Башҡортостанда иҫерек ир дуҫының машинаһын урлаған

Иглин районында машина урлауҙа ғәйепләнгән ир тотолған.

Фото №1 - Башҡортостанда иҫерек ир дуҫының машинаһын урлаған

36 йәшлек бур менән 32 йәшлек зыян күреүсе бергә эшләгәндәр. Хәл-ваҡиға теркәлгән көндә улар бергәләп күңел-сафа ҡорған. Йорт хужаһы йоҡлап киткәс тә, дуҫы уның автомобиленең асҡысын алып машинаһы менән сығып киткән, тип хәбәр итә БР Дәүләт авто инспекцияһы.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәтсене таба, хәҙер бур бик аҫтында. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ