Баймаҡ районында хәбәрһеҙ юғалған Айгиз Насыровты эҙләйҙәр.
17 мартта Айгиз Баймаҡ ҡалаһынан Ҡуянтау ауылына юлланған. Шунан һуң уны бер кемдең дә күргәне юҡ. Егеттең ата-әсәһе полицияға мөрәжәғәт итә,эҙләү эштәре башланған.
Айгиз тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙе 8 987 495 42 50 телефон һандары буйынса шылтыратып хәбәр итеү һорала.




