Хәл-ваҡиға Дәүләкән ҡалаһында була. 29 йәшлек ир 31 йәшлек һөйәргә 20 тапҡыр бысаҡ ҡаҙаған. Зыян күреүсе йән биргән. Ғәйепләнеүсе бик аҫтында, уға ҡарата “үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Башҡортостандың тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, 27 мартта, 29 йәшлек Стәрлетамаҡ ҡалаһы кешеһе 41 йәшлек ҡатынын эҙләп уның Дәүләкән ҡалаһындағы фатирына бара. Бында ул ҡатыны һөйәре менән булғанлығын асыҡлай. Енәйәтсе ҡыҙғаныу шауҡымына бирелеп бысаҡ менән һөжүм яһай. Ир дауаханала вафат була. Ғәйепләнеүсе ҡатындың битендә лә бысаҡ менән яралар ҡалдыра.
Әлеге ваҡытта енәйәттең бөтә деталдәре асыҡлана.




