Росгвардия хеҙмәткәрҙәре енәйәтселә 300 гр наркотик һәм уларҙы ҡабул итеү, һатыу өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар тапҡан.
Росгвардеецтар Менделеев урамындағы урман паркы янында машинала ултырған иргә иғтибар иткән. Водитель ныҡ тулҡынланған һәм бер туҡтауһыҙ тирә-яҡҡа ҡаранған. Документтарын тикшергән ваҡытта ғәйепләнеүсе үҙ яуаптарында ла йыш буталған. Тикшереү ваҡытында автомобилдә порошоклы 70 ҡап, электрон үлсәүҙәр һәм тартыу өсөн тәғәйенләнгән төрөпкәләр табылған.
Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса, 45 йәшлек ирҙә 200 граммдан ашыу синтетик наркотик һәм 60 грамм тирәһе гашиш табылған.




