ВДНХ-Экспо күргәҙмә майҙанында “Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығының яҙғы форумы” уҙғарыла. Форум сиктәрендә күргәҙмә ойоштороу ҙа ҡаралған.
Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, форум 17-20 апрелдә үтә. Был сара яҡын арала фатир йә өй һатып алырға теләүселәргә айырыуса файҙалы буласаҡ. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған 120 компания 350-нән ашыу төҙөлөш өсөн инструмент һәм материал тәҡдим итәсәк.
“Күсемһеҙ милек” күргәҙмәһе сиктәрендә төҙөлөш баҙарының ышаныслы компанияларына иғтибар йүнәлтәсәктәр.




