Бындай асышты Америка ғалимдары яһаған. Улар кеше тәнендә бығаса билдәле булмаған “орган” тапҡан.
Яңы тән ағзаһы тоташтырғыс туҡымаһындағы микро каналдарҙан торған селтәр булып сыҡҡан. Ул онкология күҙәнәктәре үҫешенә яуаплы булыуы ихтимал. Ғалимдар был асышты ауырыуға эндоскопия яһап ашҡаҙанын тикшергән ваҡытта юлыҡҡан.
Белгестәр билдәләүенсә, яңы тән ағзаһы кеше организмында барлыҡҡа килгән бөтә шешеү процессы өсөн яуаплы булыуы ихтимал.




