Бөгөн Рәсәйҙә матәм көнө

Кемеров ҡалаһының «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә һәләк булыусылар өсөн тотош ил ҡайғыра. Матәм иғлан ителеүгә бәйле, дәүләт флагтары төшөрөлдө. Кемеров өлкәһендә һәләк булыусыларҙы һуңғы юлға оҙаталар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе аяуһыҙ янғын 64 кешенең ғүмерен өҙҙө. Уларҙың күбеһе балалар.

Улар бергәләп ял итеү урынына килгән. Сөнки мода һәм замана шундай, ҡалала йәшәүселәр генә түгел, ауылдарҙан, ял көнөндә сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәренә ағылалар. Бер кем дә ут эсендә ҡалырын белмәгән. Сөнки был тыныс тормош . Әммә фажиғә көтмәгәндә килеп бөтә илдең тыныслығын юғалтты. Ә ундай хәл Кемеров ҡалаһында ғына түгел,башҡа ерҙә лә булыуы мөмкин. Тап шуға Өфөлә инициатив төркөм ойошоп улар баш ҡалалағы сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәрен тикшерә башланы.

Артур Иҙрисов, инициатив төркөмдө ойоштороусы: «Кисә беҙ Өфөләге бер күңел асыу һәм сауҙа үҙәгенә барҙыҡ. Тикшереү барышында ут һүндереү ҡоролмаларының етмәүе, асҡыстарҙың булмауын һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе асыҡланыҡ. Төркөмдә кисә 40 кеше ине бөгөн 80».

Ҡалаларҙа завод-фабрикалар ябылып уларҙа ситтән килтерелгән тауар менән сауҙа итеүсе үҙәктәр асылды. Һәр береһендә тиерлек балалар майҙансығы бар. Ә ундай майҙансыҡтарҙы асыусыларҙың күбеһе бәләкәй эшҡыуарҙар. Мәғлүм булыуынса, илдә эшҡыуарҙарға тикшереүҙә каникулдар иғлан ителгән. Тап шул арҡала һуңғы йылдарҙа балалар майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлеү-үтәлмәүе ҡараңғы.. Фажиғәнән һуң тейешле органдар был ҡараңғы пәрҙәне асасаҡ. Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы етәксеһе Марат Латипов белдереүенсә, республикала сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәренә рейдтар 16 апрелгә тиклем бара. Тикшереү прокуратура менән берлектә уҙғарыла.

Марат Латипов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе: «Йәмәғәт урындары булһынмы, башҡаһымы- хәүефһеҙлек тәьмин ителергә тейеш.Был өлкәлә ҡағиҙә боҙоу булһа, ошондай инициатив төркөмдәрҙең мөрәжәғәттәре буйынса беҙ барып тикшереп һығымталар яһаласаҡ. Һәр объектҡа инспектор беркетеү мөмкин түгел һәм был йәһәттә бергәләп эшләү ыңғай күренеш».

Рәсми сығанаҡтар белдереүенсә, Кемеров ҡалаһының «Ҡышҡы сейә» сауҙа һәм күңел асыу комлексында 64 кеше һәләк булған. Уларҙың күбеһе балалар. Бөгөн ил буйынса һәләк булыусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алыу акциялары уҙҙы. Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында балалар йыйылды. Улар күмәкләп һауаға аҡ шарҙар осорҙо.

Аҡ шарҙар тотҡан халыҡ Салауат Юлаев һәйкәле янына ла килде. Сөнки бер ғәйепһеҙ кескәйҙәрҙең үлеме менән килешеү мөмкин түгел. Көндөң буранлап тороуына ҡарамаҫтан, сәғәт ярым тирәһе милли батырыбыҙ һәйкәле янынан һауаға аҡ шарҙар осто.

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулының тәүге көнөндә, улар күпләп йыйылған ерҙә. Осраҡлыҡмы. Тотош илде тетрәткән һәләкәт халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү кимәлен баһаларға мөмкинлек бирҙе. Ялтырауыҡтың ҡалтырауыҡ булыуы- тәү ҡарашҡа матур күренгән үҙәктәрҙә арзан, тиҙ яныусан төҙөлөш материалдарының ҡулланылыуы һәм башҡалар. Тик етешһеҙлектәрҙе, ғәйеплеләрҙе асыҡлау ғына 64 кешенең ғүмер хаҡы менән баһаланды.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева