Туҡтауһыҙ яуған епшек ҡарҙан һуң көндәр һыуыта

Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәгәнән яуым -төшөм кәмеп, һауа температураһының бөтә райондарҙа ла тиерлек 15-20 градусҡа тиклем түбәнәйеүе күҙаллана. Урыны менән 25 градусҡаса һыуытыуы ихтимал. Синоптиктар фаразлауынса, яҙ аҙна тирәһе һуңлап килә. 3 апрелдән көндәр 3-5 градусҡа тиклем йылытыр тип көтөлә.

Фото №1 - Туҡтауһыҙ яуған епшек ҡарҙан һуң көндәр һыуыта

Анна Козаева, Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе: «Ялан йылғалары урынлашҡан ерҙәрҙә ҡар әҙ яуған, шуға күрә лә һыу туңыу тәрәнлеге ҙур. Апрелдә яуым-төшөм дә норманан күберәк көтөлә, ҡар һыуҙарының боҙ өҫтөнән ҡуҙғалыу ихтималлығы ла бар».

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ