Транспорттың өҙлөкһөҙ һәм аварияһыҙ хәрәкәтен тәьмин итеү өсөн «Приуралье» юл идаралығына ҡараған федераль юлдарҙа 110 берәмек юл-эксплуатациялау техникаһы, шул иҫәптән ҡар таҙартҡыс машиналар, автогрейдерҙар һәм тракторҙар эшләне.
Насар һауа шарттарында водителдәргә алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға, шулай уҡ автомобилдәрҙе ағас төптәре, электр сымдары линиялары һәм насар нығытылған ҡоролмалар янына ҡуймаҫҡа кәңәш ителә. Күреү мөмкинлеге сикләнгәндә юл-транспорт ваҡиғаларына тарымаҫ өсөн юл ситенә сығып тороу һәм туҡтағанда авария сигналын ҡабыҙыу мотлаҡ. Ауырлыҡтар килеп тыуғанда «Приуралье» юл идаралығының диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. - 8 (347) 228-12-18, 8-917-046-79-53




