Республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек саралары башланды

Өфөлә генә 12 күҙәтеү посы, 28 штаб ойошторолған. Бөгөн баш ҡаланың Ленин районына ҡараған биләмәләрҙә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек кимәле тикшерелде.

Фото №1 - Республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек саралары башланды

Дизель генераторы, йылытыу ҡоролмаһы, мотопомпа. былар ғәҙәттәш тыш хәл ваҡытында кәрәкле әйберҙәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Улар хәүефһеҙлек сараларына, һаҡ хеҙмәте ҡағиҙәләрен үтәүгә йүнәлтелгән.

Өфөнөң Ленин районында яҙғы ташҡынға ҡаршы штабтарҙың ҡайҙа урынлашасағы билдәле. Уларҙың видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Баш ҡалала мәҫәлән, 12 күҙәтеү посы эшләйәсәк.

Ҡоролмаларҙың әҙерлегенән тыш, граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре янғын һүндереү техникаларының төҙөклөгөн дә тикшерҙе. Уларҙың эшмәкәрлегенә яҙғы осорҙа айырыуса иғтибарлы булыу зарурлығы билдәләнде.

Быйыл белгестәр республикала яҙғы ташҡын бик үк көслө булмаясаҡ тип күҙаллай. Шуға ҡарамаҫтан Башҡортостанда әҙерлек эштәре алып барыла. Төбәктәрҙә күҙәтеү посы, ваҡытлыса йәшәп тороу пунктары ойошторола. Барыһы ла хәүефһеҙлек сараларына, бигерәк тә үҙгәреүсән тәбиғәт шарттарына бәйле эшләнә. Әле лә яуып торған ҡарҙың һыу кимәленең артыуына үҙ өлөшөн индереү ихтимал.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ