Полиция хеҙмәткәре ришүәтселектә ғәйепләнеп ҡулға алынған. Тикшереү барышында уның ике йыл тирәһе ерләү йолаһы агентлығына вафат булыусылар тураһында хәбәр еткереп тороуы һәм һәр мәйет өсөн 1 йә 2 мең һум күләмендә аҡса алыуы асыҡланған. Хоҡуҡ һаҡсыһы ошо юл менән ҡулына яҡынса 650 мең һум аҡса төшөргән. Енәйәт эшендә агентлыҡ хеҙмәте директоры һәм тағы бер кешенең ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт бар. Полиция хеҙмәткәре менән фирма етәксеһе әле һаҡ аҫтына алынған, енәйәт эшен тикшереү дауам итә.




