Өфөлә кеҫә буры уғрылыҡ өҫтөндә тотолдо

Баш ҡаланың Киров районында полиция хеҙмәткәрҙәре кеҫәнән аҡса урлашыуҙа ғәйепләнеүсе ирҙе ҡулға алды. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлғының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Кибеттәге видеокүҙәтеү ҡоролмаһынан күренеүенсә, буш пакет менән һатып алыусы булып күренергә тырышҡан бур үҙенең буласаҡ ҡорбанын касса эргәһендә ҡарауыллай. Ирҙең янсығында аҡса булыуын күргәс, һиҙҙермәй генә уны тартып сығара. Кошелекта 5 мең һум аҡса була. Әммә кеҫә буры ваҡиға урынынан ҡаса алмай. Уны полиция хеҙмәткәрҙәре уғрылыҡ өҫтөндә ҡулға ала. Аҡса урлаусының элек тә яуаплылыҡҡа тарттырылған, бер ҡайҙа ла эшләмәгән 35 йәшлек ир булыуы асыҡлана. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Урланған аҡса тартып алынған.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова