Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетының былтырғы тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, 9 юридик шәхес административ яуаплылыҡҡа тарттырылды

Бөгөн Өфөлә тарифтарға бәйле йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Комитет рәйесе үҙ сығышында 2017 йылда 36 тикшереү үткәнлеген билдәләне. Хоҡуҡ боҙоуҙар башлыса бухгалтерия иҫәбен алып барыуҙа һәм электр энергияһын ҡулланыуҙа теркәлгән. Шулай уҡ ойошмаларҙың отчет документтарында ла хаталар күп ебәрелгән тип билдәләнде ултырышта.

Фото №1 - Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетының былтырғы тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, 9 юридик шәхес административ яуаплылыҡҡа тарттырылды

Светлана Бурдюк, Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Беҙ бындай сараларҙы квартал һайын ойошторабыҙ. Хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланып тора. Тупаҫ хаталар теркәлгән осраҡта ойошманы административ яуаплылыҡҡа тарттырабыҙ. Бөгөнгө йәмәғәт тыңлауҙарында 2017-гә йомғаҡ яһап, 2018 йылға саралар планы ҡабул ителде».

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ