Башҡортостанда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа «Берҙәм тәҙрә» системаһы эшләйәсәк

Бөгөн ошо хаҡта Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығының Өфөләге күсмә кәңәшмәһендә билдәләнде. «Берҙәм тәҙрә» - эшҡыуарҙар менән власть системаһы араһындағы аралашсы ролен үтәй. Бер һүҙ менән әйткәндә, инвестор бөтә һорауҙарға яуапты бер ерҙә ала, документтар юллап төрлө ведомстволарға йөрөмәй. Был эште системала эшләүсе хеҙмәткәрҙәр башҡара. Быға тиклем йылдар буйы документ тупларға тура килһә, «Берҙәм тәҙрә» ярҙамында уны бер ай эсендә атҡарырға мөмкин буласаҡ. Программа илдең иҡтисади үҫеш министрлығына ҡарай, республикала уны төбәк координаторҙары көйләйәсәк. Форумда билдәләнеүенсә, яңы система өс йүнәлеште берләштерә.

Дмитрий Вахруков, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы департаменты директоры: «Проект Рәсәй төбәктәрендә старт алды. Әлбиттә, төрлөсә уңыш менән. Уның нескәлектәрен закон менән нығытыу талап ителә. Программа айырыуса, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн ҡулай».

Олег Полозов, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте яҡлау милли фонды президенты: «Проекттың өс өҫтөнлөклө йүнәлеше бар, ул- инвесторҙарҙы йәлеп итеү, инвестицияға мохтаж эшҡыуарҙарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү һәм иҡтисад әйләнешен көйләү. Дәүләт ярҙамы тураһында һүҙ сыҡҡанда, һәр ваҡыт дискуссия тыуа. Ә «Берҙәм тәҙрә» булһа, был һорау еңелерәк хәл ителәсәк».

Авторы: Рәмилә Исмәғилева