Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа капиталь ремонт эштәре өсөн компенсацияға хоҡуҡлы

Дәүләт думаһы льгота менән файҙаланыусылар исемлеген киңәйтеү тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итә. Әлеге ваҡытта дәүләт ярҙамына 70 йәштән уҙып, яңғыҙ йәшәгән хаҡлы ялдағылар дәғүә итә ала.

Фото №1 - Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа капиталь ремонт эштәре өсөн компенсацияға хоҡуҡлы

Уларға иғәнәнең 50 проценты кире ҡайтарыла, ә 80 йәшен тултырғандар бөтөнләй түләмәй. Әгәр ҙә фатирҙа хаҡлы ялдағы граждан менән мөмкинлеге сикләнгән кеше йәшәй икән, был осраҡта тәүгеһе өсөн компенсация түләнмәй. Яңы закон проекты торлаҡта эшкә яраҡһыҙ беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары өсөн генә ҡаралған.

Авторы: Фәниә Юланова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ