Башҡортостандың климат шарттарында Иглин ауылы хужалығы хеҙмәткәрҙәре гектарынан 50 центр бойҙай культураһы йыйыу мөмкинлегенә эйә

Бындай юғары күрһәткестәргә бөтә агрономик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп, ярауай һәм ужым культураларын дөрөҫ эшкәрткәндә өлгәшергә була тигән фекерҙә ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры Рафаэль Исмәғилев.

Төбәктә үткән кәңәшмәлә ҡатнашыусылар отошло иген культураларын сәсеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Белгестәр әйтеүенсә, урындағы хужалыҡтар технологияларҙы уңышлы ҡуллана. Быға Альберт Мостафиндың предприятиеһы асыҡ миҫал булып тора. Эшҡыуар һуңғы биш йылда ужым бойҙайынан гектарынан 56 центнер самаһы уңыш йыйып алған. Ул ултырышта райондың башҡа ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Белгестәр билдәләүенсә, сара быйыл мул уңыш алырға алырға хәстәрлек булып тора.

Авторы: Фәниә Юланова