«Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы проекты сиктәрендә был объекттар өсөн баш ҡаланың 103 меңдән ашыу кешеһе үҙ тауышын биргән. Был хаҡта бөгөн ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты һайлауы менән бергә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн рейтинг тауыш биреүҙәр үтте. Исемлектә шулай уҡ - Непейцев дендропаркы, Дим, Яҡутов, Беренсе май, «Нефтехимик» паркттары, «Таш йылға» скверы бар ине. Өҫтөнлөклө программала республиканың 24 районы ла әүҙемлек күрһәтте. Тәҡдим ителгән 109 йәмәғәт урынынан утыҙҙан ашыу биләмә еңеүселәр исемлегенә индерелде. Уларҙың барыһын да һайлау барышында урында йәшәүселәр үҙҙәре һайлаған. Хатта, ҡайһы бер төбәктәрҙең бер юлы өс-дүрт объекты төҙөкләндереүгә лайыҡ, тип табыла. Программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.




