Белгестәр Өфөлә көтөлгән яҙғы ташҡындар тураһында хәбәр итте

Йылғаларҙың асылыуы алдағы йылдарға ҡарағанда 1-3 көнгә һуңыраҡ башланырға тейеш.

Фото №1 - Белгестәр Өфөлә көтөлгән яҙғы ташҡындар тураһында хәбәр итте

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, Ағиҙел йылғаһының күпселлек урындарында уртаса һыу кимәле 0,5 – 2,5 метрға күтәреләсәк. Ташҡындың иң юғары нөктәһе Ағиҙел йылғаһының Шаҡша һыу постында (430-530 см.) һәм Дим йылғаһының Бочкарев һыу постында (600-700 см.) көтөлә.

Һыуҙың бындай кимәлендә Калинин районының Фурманов урамын һәм Киров районының Элеватор урамын һыу баҫыуы ихтимал.

Баш ҡаланың ҡалған биҫтәләре ҡоро ҡаласаҡ.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ