Гөлназ Ғөбәйҙуллина Донъя Кубогы еңеүсеһе

Америка ҡушма штаттарының Лос-Анджелес ҡалаһында биш төр ярыш буйынса икенсе Донъя Кубогы этабы үтте. Башҡортостан спортсыһы, донъя чемпионы Гөлназ Ғөбәйҙуллина Италиянан Алиса Сотеро һәм Венгриянан Тамара Алекшеевты уҙып беренсе урын яуланы.

Рәсәйҙән шулай уҡ Ксения Фральцова һәм Ульяна Баташова ҡатнашты, улар 17-се һәм 28-се урындар алды.