Рәсәй халҡын интернет аша торт һатып алыуҙың хәүефлеге тураһында иҫкәртәләр

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы интернет аша тәм-том ашамлыҡтарын һатып алмаҫҡа кәңәш итә. Бындай продукция инфекция ауырыуҙарын таратыуы ихтимал.

Өйҙә эшләгән кондитерҙар махсус тикшереүҙәр үтмәй, уларҙың бешереү урыны санитар нормаларына тап килмәүе лә бар. Бынан тыш, эшҡуарҙар ашамлыҡтың ниҙән эшләнгәнен тулыһынса әйтмәүҙәре лә ихтимал. Был иһә, аллергия менән ауырыусыларға ҡурҡыныс менән янай.

“Йыш осраҡта тәм-том ашамлыҡты балалар байрамдары өсөн алалар. Балаларҙа ашҡаҙан ауырыуҙары өлкәндәргә ҡарағанда көслөрәк үтә”, - тип өҫтәйҙәр ведомствола.