Сираттағы йәрминкә 31 мартта һәм 1 апрелдә уҙғарыла. Баш ҡала халҡына түбән хаҡҡа аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлеге бирелә.
Һатыу ике майҙанда ойошторола: Әхмәтов урамындағы “Тулҡын” паркында һәм Спорт һарайы алдында.
Йәрминкә 10:00-16:00 сәғәттәрҙә эшләй. Бында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған фермерҙар үҙ тауарҙарын тәҡдим итәсәк.




