Өфөлә бысаҡ менән ҡоралланған ир полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм иткән

Кисә, 28 мартта, полиция идаралығына уларҙың хеҙмәткәрҙәренә һөжүм яһалыуы тураһында мәғлүмәт килә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә тәү медецина ярҙамы талап ителгән.

Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, Өфөнөң Совет районындағы патруль ике мут ирҙе күреп ҡала. Хоҡуҡ һаҡлаусылар улар янына килеп сәләмләшә, шул ваҡыт ирҙәрҙең берәүһе бысаҡ сығарып полиция хеҙмәткәрҙәренең береһенең ҡулына, икенсеһенең арҡаһына бысаҡ ҡаҙай һәм ҡаса. Икенсе иргә ҡасырға мөмкинлек бирелмәй, ҡулға алына, ул “закладка”нан наркотик алып торған булған.

Һөжүм яһау буйынса енәйәт эше асылған, хәҙер ҡасҡалаҡты эҙләү эштәре бара.