Интернетта “Салауат Юлаев” командаһы көйәрмәне ултырғысы һатыла

Интернет сауҙа сайттарының береһендә көйәрмән ултырғысын тәҡдим итәләр. Был атрибут 5 500 һумға һатыла.

Һатыусы ошо ултырғысҡа ултырып сезон буйына “Салауат Юлаев” өсөн яндым, тей. Шуға ла был ултырғыстың ҡап уртаһы бер аҙ көйгән.

Беҙ һатыусы менән бәйләнешкә сығырға булдыҡ. Иғланда бирелгән телефон номеры ялған булыуы асыҡланды.