Иртәгә, 30 мартта, Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы, айырым райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.
Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы республикала төндә -17, -20 градус һалҡын, урыны менән -20, -25 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ -2, -7 градус һалҡын, таулы райондарҙа +3 градусҡа тиклем йылы.
Өфөлә төндә -17, -19, көндөҙ -1, -3 градус һалҡын. Алдағы ике көндә һауа температураһының әкренләп күтәрелеүе көтөлә, тип хәбәр итә “Юлдаш” радиоһы.




