35 кешенән күберәк иҫәпләнгән һәр предприятие-ойошма ике процент эш урынын инвалидтарға бирергә тейеш

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында белдерелде. Элек был талап 100 хеҙмәткәре булған учреждениеларға ғына ҡағыла ине. Ултырышта шулай инвалидтарға стажировка, йәш ғаиләләргә психологик ярҙам хаҡында ла һүҙ барҙы.Сараны Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов алып барҙы.

Был ҡаҙанлыҡ Өфө районының Михайловка ауылын йылылыҡ менән тәьмин итә. Линияла ғәҙәттән тыш хәлдәр, өҙөклөк булмаһын өсөн датчиктарҙы тикшереп, температураны ҡарап торорға кәрәк. Яуаплы бурысты Алик Сәрвәлиев атҡара. 17 йәшендә генә һәләкәткә осрап аяҡһыҙ ҡалған егет өсөн эш урыны бик мөһим. Ҡаҙанлыҡта Аликҡа уңайлы булһын өсөн видеомофон урынлаштырлыған.

Алик Сәрвәлиев, ҡаҙанлыҡ операторы: «Элек ишеккә шылтыртаһалар, сатанлап барып асырға тура килә ине. Видеомофон менән уңайлы. Кем килгәне күренеп тора. Үҙебеҙҙекеләр булһа, шунда уҡ ишекте асам».

Физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә эш урыны табыу еңел түгел, әммә киләсәктә проблема хәл ителер тип көтөлә. Әлегә тиклем 100-ҙән күберәк кеше эшләгән предприятиелар ғына инвалидтарға 2 процент эш урыны бирергә тейеш булһа, хәҙер талап үҙгәрҙе.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: «Хәҙер квотаны 35-тән күберәк хеҙмәткәр иҫәпләнгән ойошмалар ҙа бүлергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта эш урынын билдәләгәндә инвалидтарҙың физик мөмкинлеген күҙ уңында тотоу мөһим. Йәғни, уларға хәленән килмәҫтәй эш тәҡдим итмәҫкә. Уңайлыраҡ тип һаналған һөнәрҙәр исемлеге бар, мәҫәлән, диспетчер, офис менеджеры, бухгалтер һәм башҡалар».

Инвалидтарҙың стажировкаһын ойоштороу яйға һалынып килә. Былтыр махсус программа сиктәрендә физик мөмкинлеге сикләнгән 30 кеше үҙен һынап ҡараған һәм уларҙың күбеһе эш урын тапҡан. Проект быйыл да дауам итә.

Президиум ултырышында «Йәш ғаилә» проекты хаҡында ла һүҙ барҙы. Ул пилот программаһы, әлегә республиканың дүрт төбәгендә генә тормошҡа ашырыла. Проекта ярашлы, яңы ғына ҡауышҡан йәштәргә психологик, юридик ярҙам күрһәтеү ҡарала, шулай уҡ үҫмерҙәрҙе ғаилә тормошона әҙерләү хаҡында ла һүҙ бара. Программа айырылған парҙар һанын кәметер тип көтөлә, сөнки әле республикала ғаиләләрҙең 40 проценты тарҡала.

Авторы: Рәмзиә Кәримова