Башҡортостанда төҙөлөшкә аҡса индереп алданыусылар мәсьәләһе менән шөғөлләнәсәк төбәк операторы барлыҡҡа килде

Төбәк операторы проблемалы объект шарттарын анализлап, зыян күреүселәргә консультация биреп, юридик ярҙам күрһәтәсәк. Шулай уҡ инвесторҙар, төҙөүселәр, дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡтар менән осрашыуҙар ойоштороуҙы ла күҙ уңында тота. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов белдереүенсә, проблемалы объекттар тураһында мәғлүмәт граждандарға ваҡытында еткерелеп торасаҡ.

Авторы: Фәниә Юланова