Был көндө тотош илдә Дәүләт флагтары төшөрөлә. Мәҙәниәт учреждениелары һәм телерадиокомпанияларға күңел асыу сараларын һәм тапшырыуҙарҙы кисектереп торорға тәҡдим ителә. Алдан хәбәр ителеүенсә, йәкшәмбе янғын 64 кешенең ғүмерен өҙҙө. Дәүләт Башлығы Рәсәй Хөкүмәтенә субъекттарҙың дәүләт власы органдары менән берлектә һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса барлыҡ сараларҙы күрергә ҡушты. Владимир Путин Кемеров ҡалаһындағы фажиғә сәбәптәрен һәм ғәйепләләрҙе асыҡлауға йөҙгә яҡын тәфтишсене йәлеп итте.
Бөгөн Рәсәй Президенты Кемеров ҡалаһына килеп, фажиғә урынында һәләк булыусылар иҫтәлегенә сәскә һалды.




