Башҡортостан халҡы ла Кемеров ҡалаһында янғындан һәләк булыусыларҙы иҫкә алды

Рәсми сығанаҡтарға ярашлы, фажиғәлә 64 кеше һәләк булды. Уларҙың күпселеге балалар. Өфөнөң Яҡутов исемендәге ял паркындағы «Мәңгелек ут»ҡа ҡала халҡы сәскәләр, шәмдәр һәм йомшаҡ уйынсыҡтар килтерҙе. Янғын ҡорбандарын иҫә алыуҙа Республика Башлығы ҡатнашты. Ленин майҙанында ла фажиғә ҡорбандарын иҫкә алыу сараһы үтте. Тотош илде тетрәткән ҡайғыны уртаҡлашырға килгән йөҙҙәрсә кеше күҙ йәштәренә быуылды.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин