Кемеров ҡалаһындағы фажиғәнән һуң Өфө сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәре тикшерелә

Бөгөн прокуратура һәм янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторҙары халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшерҙе.

Фото №1 - Кемеров ҡалаһындағы фажиғәнән һуң Өфө сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәре тикшерелә

Бер нисә секунд эсендә ут дүртенсе ҡатты тулыһынса тиерлек ялмап ала. "Ҡыҙыл сейә" сауҙа-күңел асыу комплексында янғын хәүефһеҙлеге буйынса ҡағиҙәләрҙең үтәлмәүе 64 кешенең ғүмерен өҙә, күптәр һөрөм еҫенән ағыуланып, юғары ҡаттарҙан һикереп дауаханаға эләгә. Өфөнән Ольга Огурцова ла саҡ бәләнән ҡотола.

Рәсәйҙең Тәфтиш комитетынан билдәләүҙәренсә, бинала янғын сигнализацияһы 19 марттан алып эшләмәгән, етмәһә, комплекс хеҙмәткәрҙәре кешеләргә эвакуация юлдарын күрһәтер урынға, тәүгеләрҙән булып бинаны ҡалдырып сығып ҡаса. Запас ишектәр ҙә асҡысҡа бикләнгән булып сыға, был үҙ сиратында ут ҡамауында ҡалыусылар һанын арттыра...

Өфөләге сауҙа-күңел асыу үҙәктәренең береһендә урынлашҡан балалар уйын майҙансығы. Был комплекста хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшергәндә инспекторҙар тиҫтәгә яҡын тәртип боҙоуға юлыҡты. Иң ҙур хаталарҙың береһе - эвакуация юлының ҡатмарлы ойошторолоуы.

Сығыу урынын күрһәтеүсе билдәләр барлыҡҡа бар. Тик бина эсендә ҡараңғы. Янғын ваҡытында иллегә яҡын бала тап ошо запас ишектән сығып йүгерһә, ысын мәғәнәһендә лабиринтҡа эләгәсәк. Тиҫтәнән ашыу бильярд өҫтәлен яңғыҙҙары нисек урап үтһендәр?! Етмәһә, балалар уйын майҙансығы юғарыла - өсөнсө ҡатта урынлашҡан.

Кемеров ҡалаһында янғын һөҙөмтәһендә тиҫтәләгән кеше кинотеатрҙа бикле ҡалып, ут упҡынына эләгә. Өфөләге кинозалдар ҙа ике йәки өс ишеккә бикләнә. Һәм уларҙың барыһын ла тиерлек асҡыс менән бикләп ҡалдырырға мөмкин.

Шулай ҙа был комплекс контролерҙары ҡулыбыҙҙа асҡыстар юҡ тип тынысландырҙы. Сеанс ваҡытында тамашасылар өсөн сығыу юлдары һәр ваҡыт асыҡ. Янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторҙары документация менән танышҡандан һуң, сигнализация, елләтеү системаһының эш сифатына ла баһа бирҙе.

Янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторҙары сираттағы сауҙа комплексына инеү менән етешһеҙлектәр тапты. Бында тик автоматик рәүештә эшләгән күсермәле ишек аша ғына инергә мөмкин.

Ишек алдында концерттарға билет һатыла. Сауҙа үҙәге етәкселегенә был хаҡта иҫкәртмә яһалды. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса сығыу урындаы тулыһынса асыҡ булырға тейеш, шулай уҡ баҫҡыстан төшкәндә лә юлды ҡаплаусы әйберҙәрҙең күп булыуы күҙәтелде.

Был тик күнекмә тревогаһы. Янғын сигнализацияһы эшләүен эшләй, тик өсөнсө ҡатта урынлашҡан балалар магазинынан шулай уҡ еңел генә сығырлыҡ түгел. Запас ишектәрҙе асҡысҡа бикләргә була.

Евгений Шишков, сауҙа үҙәгенең баш инженеры: «Ҡуртымға алыусылар был хәүефһеҙлек сараларын үтәргә бигүк ашыҡмай. Әйберҙәрҙе урлайҙар бит, шуға ишектәрҙе бикле тоторға тырышалар. Көн һайын иртән килеп, сығыу урындары асыҡ булһын тип иҫкәртәбеҙ. Күреүегеҙсә, эш һөҙөмтәһе ҡыуандырмай».

Кемеров ҡалаһындағы комплекста янғын дүртенсе ҡаттан башлана. Унда халыҡ күпләп йыйыла, сөнки һырғалаҡ, балалар күңел асыу үҙәге, кинозалдар бер майҙанда урынлашҡан. Өфөлә лә бит шундай уҡ күренеш. Тәүге ҡаттарҙа башлыса аҙыҡ-түлек, кейем-һалым магазиндары.

Рәсәй президенты указы буйынса иртәгә ил буйынса матәм көнө иғлан ителәсәк. Владимир Путин Кемеров ҡалаһындағы фажиғә сәбәптәрен һәм ғәйепләләрҙе асыҡлауға йөҙгә яҡын тәфтишсене лә йәлеп итте. Киләсәктә бындай фажиғәләргә юл ҡуйылмаҫ тип ышанғы килә.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ