Кемеров ҡалаһындағы фажиғәгә яуаплы органдарҙың битарафлығы һәм илке-һалҡылығы булышлыҡ иткән

Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эшмәкәрлекте көйләү буйынса комиссия ултырышында белдерҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, һуңғы фажиғә коррупцияның ниндәй эҙемтәләргә килтереүен асыҡ күрһәтте. Ришүәт ярҙамында төрлө һорауҙарҙы хәл итергә тырышыу ошондай ҡурҡыныс ваҡиғаларҙың төп сәбәбе, тине Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, күптән түгел алынған социаль һорау барышында республика халҡының 8 процент самаһы, йәғни 300 меңгә яҡыны коррупцияны киҫкен мәсьәлә тип атаған. Бер үк ваҡытта улар закон боҙоуҙарҙың власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениеларында, торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә йыш осрауын күҙәткән. Шулай уҡ респонденттарҙың 60 проценттан ашыуы коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлектең әүҙем алып барылмауына зарланған.

Авторы: Илдар Байбулатов