Ҡарҙағы һыу запасы уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән 25-60 процентҡа аҙыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан, һыу баҫыу осраҡтарын күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Тәбиғәт көтөлмәгән урында һынауы ихтимал. Ташҡын миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында команда-штаб күнекмәләре үтте.
Күнекмә сценарийы буйынса Ҡырмыҫҡалы районы Бельский ауылы янында Ағиҙел йылғаһына боҙ тығылып, бер нисә урамды һыу баҫа. Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә урындағы предприятиеларҙың көсө һәм саралары йәлеп ителә.
Тәүҙә энергетиктар һыу баҫҡан йорттарҙы электр селтәренән өҙөп торҙо. Мәктәп автобустарында зыян күреүселәр ваҡытлыса йәшәү урындарына күсерелде. Табиптар инвалидтар һәм ауыр сирлеләргә ярҙам күрһәтте. Шартлы рәүештә һыу баҫҡан урындарҙан хатта малдар ҙа күсерелде. Ә республика ҡотҡарыусылары резервҡа ҡуйылды. Төбәктең ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы сәғәт механизмы кеүек эшләй.
Валерий Волик, Ҡырмыҫҡалы районының ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе: «Әлбиттә, беҙ ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен үҙ көсөбөҙ менән бөтөрөргә тырышырға тейешбеҙ. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Тейешле хеҙмәттәрҙе дөрөҫ ойоштороп, дөрөҫ йүнәлеш бирергә генә кәрәк».
Ауыл старостаһы Мөнир Ғәлиуллин әйтеүенсә, күнекмә уҙғарыу урыны итеп Бельский осраҡлы ғына һайланмаған. Ағиҙел был тирәлә йыш ҡына ярҙарынан сыға. Яҙ һайын һыу бәғзе йортттарҙың мөгәрәптәрен баҫа. 2007 йылда иһә төбәк халҡы ташҡындан ныҡ ҡына зыян күргән.
Күнекмәләргә йәлеп ителмәгән ауыл халҡы тамашасы ролендә ҡалды. Шартлы эвакуация барышын да улар ихаталары янында тороп күҙәтте.
Бельский ауылы өс йылға үҙәнендә урынлашҡан. Шуға ла урындағы халыҡ ҙур һыу өҫтөндә йәшәргә күнеккән. Бигерәк тә яҙғы осорҙа һәр йортта тиерлек кәмәләр әҙерлек һыҙығына ҡуйыла.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһына ингән ойошмаларҙың көстәре Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә барланды. Ташҡын алдынан улар техник мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов әйтеүенсә, республикала ҙур һыуҙы ҡаршылауға етди әҙерлек бара.
Марат Латипов, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе: «Беҙ йыл һайын ташҡын алдынан республиканың төрлө төбәктәрендә көстәҙе һәм сараларҙы барлайбыҙ. Күнекмәләр үткән райондарҙа ҡотҡарыу техниканың әҙерлеген тойоп ҡарарға мөмкинлек була. Бынан тыш, бындай уҡыуҙар барышында эш тәжрибәһе лә камиллаштырыла».
Синоптиктар фаразлауынса, Башҡортостанда быйыл ҙур ташҡын көтөлмәй. Шул уҡ ваҡытта уяулыҡты юғалтырға ярамай. Бигерәк тә Көньяҡ райондарҙа дала һәм тау йылғалары үҙәндәре, тупраҡ ҡатламы ла тәрән туңған. Көндәрҙе кинәт йылытып, яуым-төшөм артҡан осраҡта хәүефле хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Бынан тыш, боҙ тығындарынан күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Яҙғы осорҙа тап улар йылғалар ярҙарынан сығыуға этәргес бирә.




