Банка менән банкка

Өфөлә йәшәүсе ир микрозайм офисына һөжүм итә. Әммә алыҫҡа китә алмай. Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене ҡулға ала. Был ҡылығын ул, тимер рәшәткә артына эләгергә теләүе менән аңлата.

Был хәл көпә-көндөҙ, Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә теркәлә. Билдәһеҙ ир офисҡа килеп инеп, аҡса талап итә. Ханым юғалып ҡала, сөнки һөжүм итеүсе уға банкаға тултырылған һыуҙы кислота тип ҡурҡыта. Һөҙөмтәлә ир ноутбук, телефон һәм 500 һум аҡсаны алып сығып китә. Ғәйепләнеүсе ике көндән һуң ҡулға алына. Ул таныштарында йәшенгән була.

Имеш, ул башҡа ҡурҡыныс хәлдәргә тарымаҫ өсөн магазинға һөжүм итеп, төрмәгә ултырырға теләгән. Ғәйепләнеүсе әйтеүенсә, рәшәткә артында ул наркотиктарҙан арынып, яңы тормош башларға хыяллана. Әммә нисек кенә аҡланмаһын, тәфтишселәр уның һүҙҙәренә ышанырға ашыҡмай.

Тимур Чанышев, Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө ҡала идаралығы матбуғат хеҙмәткәре: «Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының 8-се полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре эксперт-криминалистика үҙәге белгестәре менән тикшереү алып барҙы. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынды. Уның быға тиклем дә хөкөм ителеүе асыҡланды».

Ә банкала кислота түгел, һыу булған. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтында. Уға юлбаҫарлыҡ статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Быға тиклем хөкөм ителгән иргә 8 йылға иркенән мәхрүм итеү хәүефе янай.

Авторы: Фәниә Юланова