Республикала эш урынында йәрәхәтләнеү осраҡтары кәмегән

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов бөгөн ведомство-ара комиссия ултырышында белдерҙе.

Фото №1 - Республикала эш урынында йәрәхәтләнеү осраҡтары кәмегән

2018 йылда барлыҡ ойошмалар ҙа хеҙмәт шарттарын баһалау буйынса эшмәкәрәлекте теүәлләргә тейеш. Тикшереүҙәр барышында зыянлы һәм хәүефле шарттар асыҡланырға, уларҙы иҫкәртеү, бөтөрөү буйынса саралар күрелергә тейеш. Был һөнәри сирҙәрҙе һәм эш урында йәрәхәт алыуҙы кәметеү маҡсатында ойошторола. Алдағы йылдар менән сағыштырғанда, былтыр күрһәткес кәмегән, эш урынында үлем осраҡтары 17, ауыр йәрәхәт алыусылар 26 процентҡа әҙәйгән. Башҡортостан буйынса социаль страховкалау фонды етәкселәре билдәләүенсә, хәҙер страховка иғәнәләренең 20 процентын предприятие-ойошмалар үҙҙәрендә ҡалдыра. Был сумманы хәүефһеҙлекте нығытыу өсөн тотонорға мөмкин. Йәғни, хеҙмәткәрҙәргә тейешле шарттар тыуҙырыуға, мухсус эш кейеме һатып алыуға һәм башҡа уңайлыҡтар өсөн.

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ