Бөрөлә әсә балалары сирләп киткәндән һуң, балалар баҡсаһынан эштән китеп шәхси тегеү оҫтаханаһын аса

Эш башларға яҡындары ярҙам итһә, бөгөн заказсылар ҡаланан тыш, күрше райондарҙан да килә. Барыһы ла яйға һалына, улдарының һаулығы ла яҡшыра. Беҙҙең ижади төркөм ауырлыҡтарҙы еңеп тормошон үҙгәрткән эшҡыуар Айгөл Мансурованан һөнәр нескәлектәрен өйрәнде.

Фото №1 - Бөрөлә әсә балалары сирләп киткәндән һуң, балалар баҡсаһынан эштән китеп шәхси тегеү оҫтаханаһын аса

Кәүҙәгә килешле итеп ултырған кейем үҙе үк тегенсе хаҡында яҡшы дан тарата. Был тегеү цехын етәкләүсе Айгөл Мансурова тап ошо хәҡиҡәткә таяна. Шуға ла һәр кейемдең йөйөнә тиклем үҙе тикшерә. Уның ҡул аҫтында өс кенә ҡатын-ҡыҙ эшләй, әммә улар бөтәһе лә оҫта тегенселәр.

Дуҫтары һәм таныштары өсөн генә башлаған эше тора-бара ошо оҫтаханаға тиклем үҫешә. Башта улдарын өйҙә бағып ултырғанда буш ваҡытында тегә. Һуңынан өлкән улы сирләп киткәс, балалар баҡсаһында эшләгән еренән китергә тура килә, әммә ҡул ҡаушырып өйҙә ултыра алмай. Ең һыҙғанып теген эшенә тотона.

Заказсылар телдән -телгә маҡталған сарафан радиоһы ярҙамында уны эҙләп таба. Бөгөн уның клиенттары хатта, күрше райондарҙан да килә. Заказдар күпләп булмаһа ла, эшһеҙ ултырғандары юҡ. Айгөл Мансурованың балалары ла был эшкә ылыға. Өлкәне һүрәт төшөрөргә ярата, бәләкәй улы йомшаҡ уйынсыҡтар тегә, интернет-магазинында хатта, әсәһенән күберәк тә һатып ҡуя.

Теләге булған һәр кем бөгөн үҙ эшен аса ала. Иң мөһиме аныҡ маҡсат ҡуйып ни менән шөғөлләнереңде самаларға кәрәк. Эшҡыуарлыҡҡа Айгөл Мансурова кеүек яңы тотоноусыларға дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә. Айгөл өсөн иң мөһиме -улдарын һауыҡтырып, аяҡҡа баҫтырыу.

Айгөл Мансурова етәкләгән цехта өс ҡатын-ҡыҙға хеҙмәт урыны булдырылған. Был цехта түшәк кәрәк -яраҡтары һәм кейем-һалым ремонтлауҙан тыш, карнавал костюмдары һәм милли күлдәктәр ҙә тегелә.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ