Республика халыҡ ижады үҙәгендә «Сәсән һәм донъя» тип аталған концерт уҙҙы. Мәҙәни сара Башҡортостандың 100 йыллығына һәм 2020 йылда республикала үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына арналды.
«Сәсән һәм донъя» тип аталған концерт халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосын тасуири һөйләүҙән башланды. Был хоҡуҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарына бирелде. Юғары уҡыу йортонда Розалия Солтангәрәева етәкләгән сәсәндәр мәктәбе 2010 йылдан эшләп килә. Ҡыҙҙар-егеттәр аҙнаһына бер тапҡыр йыйылып, эпостарҙан өҙөк ятлап, сәхнәләштереүҙәрҙә ҡатнаша. Рухлы сығыштары менән улар сит ил тамашасыларын да таң ҡалдырып өлгөргән.
«Сәсән һәм донъя» концертына тамашасылар үҙҙәре лә милли кейемдәрҙә килгән. Гөлгөнә Ырыҫҡолова мәҙәни сараға Бөрйән районынан һәм Татарстандан туғандарын саҡырған. Концертҡа ҡыл-ҡумыҙ оҫталары, ҡурайсылар рух, дәрт өҫтәне. Проект авторҙары билдәләүенсә, мәҙәни сараның киләсәге өмөтлө.




