Өфөлә “Свердловский” сауҙа үҙәген эвакуациялағандар

Баш ҡалала сауҙа үҙәктәрендә уҡыу эвакуацияларын уҙғарыу дауам ителә. Быға тиклем ошондай уҡыуҙар “Экватор” һәм “Меркурий” сауҙа үҙәктәрендә үтте.

Фото №1 - Өфөлә “Свердловский” сауҙа үҙәген эвакуациялағандар

Шартлы рәүештә, янғын усағы тип өсөнсө ҡатта урынлашҡан магазинды һайлағандар.

Сауҙа үҙәгенән бөтәһен дә сығарыр өсөн биш минуттай ваҡыт киткән. Бина эсендә 400 кеше тирәһе булған.

Эвакуация тамамланыуға янғын һүндереүселәр ҙә килеп еткән. Улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баҫҡыс урынлаштырып, янғын һүндереүсе шлангаһын һуҙа һәм шартлы рәүештә сыҡҡан янғын усағын һүндерә.

Башҡортостанда бындай уҡыуҙар дауам итәсәк. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ҡотҡарыусылар үҙ һығымталарын яһаясаҡ.

Фото: Өфө ҡала хакимиәте.

Фото №2 - Өфөлә “Свердловский” сауҙа үҙәген эвакуациялағандар
Фото №3 - Өфөлә “Свердловский” сауҙа үҙәген эвакуациялағандар
Фото №4 - Өфөлә “Свердловский” сауҙа үҙәген эвакуациялағандар
Фото №5 - Өфөлә “Свердловский” сауҙа үҙәген эвакуациялағандар
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ