Стәрлетамаҡта 12 көн буйына 17 йәшлек Радион Кинйәбаевты эҙләйҙәр.
Стәрлетамаҡ индустрия колледжының икенсе курс студенты Радион Киньябаев 17 мартта өйөнән сығып китә, шунан бирле уның тураһында мәғлүмәт юҡ.
Егеттең ҡылыҡһырламаһы: буйы 170 см, ябыҡ, сәсе ҡара, ҡыҫҡа, ирендәре ҡалын, эйәге тура, ҡолаҡтары ҡарпыш, ҡуңыр күҙле.
Юғалған көндө Радион һоро куртка, күк джинсы һәм ак кроссовки кейгән булған.
Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булыусыларҙы 8 999 74 174 96, (3473) 23 79 70, 02, 020, 002 телефон һандары буйынса шылтыратыу һорала.





