Өфөнөң өсөнсө бала табыу йортонда яңы корпус төҙөләсәк

Медицина учреждение менән танышҡан ваҡытта Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов шундай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты.

Фото №1 - Өфөнөң өсөнсө бала табыу йортонда яңы корпус төҙөләсәк

Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бина уҙған быуат урталарында сафҡа ингән. Бөгөн уның инженер селтәрҙәре иҫкергән, елләтеү системаһы менән дә проблемалар килеп тыуған. Шунлыҡтан бала табыу йортонда инновацион медицина ҡорамалдары менән эш итеү мөмкинлеге юҡ кимәлдә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, быйыл ғына бында 670, ә былтыр 4 меңдән ашыу сабый донъяға килгән. Учреждение шулай уҡ етлекмәй йә ауыр шарттарҙа тыуған балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу буйынса ла махсуслашҡан.

Проект буйынса, иҫке корпус тулыһынса төҙөкләндереләсәк һәм уның эргәһендә яңы төкәтмә барлыҡҡа киләсәк. Унда бала табыу залы һәм реанимация бүлеге урынлашасаҡ. Башҡортостан башлығы шулай уҡ бөгөн Өфөнөң 32-се поликлиникаһында «Һаҡсыл Хөкүмәт» пилот проекты буйынса кәңәшмә лә үткәрҙе. Бөгөн республиканың барлыҡ министрлыҡтары ла был проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса әүҙем эш алып бара.

Авторы: Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ