Өс йылдан документтарҙы Интернет аша алыу ғәҙәти күренеш буласаҡ

Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы 2021 йылда дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ биреүҙә тулыһынса электрон системаға күсергә ниәтләй. Киләһе йылда был күрһәткес 80 процент тәшкил итергә тейеш. Дәүләт теркәүе өсөн документтарҙы электрон юл менән тапшырыу йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. Быйылғы йылдың тәүге кварталында ғына ул 3,5 тапҡырға күбәйгән. Дәүләт пошлинаһы түләүҙә сумманың айырмаһы юҡ, ә бына ваҡыт буйынса бар. Мөрәжәғәттән һуң документтар ғәҙәттә 9-10 көндә әҙер булһа, яңы системала уның өсөн 2 көн генә үтә.

Наталья Низаметдинова, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе: «2017 йыл аҙағына 52 мең ғариза электрон рәүештә ҡабул ителгән. Башҡортостан электрон хеҙмәттәр күрһәтеүҙә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала өсөнсө урында килә. Халыҡҡа документтарҙы тап ошо юл менән алыуҙа муниципалитеттар ҙа ярҙам итергә тейеш».

Авторы: Рәмилә Исмәғилева