Өфө мәктәбе уҡыусылары үҙҙәренең тимер юлын төҙөй ала

Ошо маҡсатта баш ҡаланың Яҡутов исемендәге паркында урынлашҡан балалар тимер юлы кластарына миллион ярым һумлыҡ интерактив таҡталар һәм башҡа технологиялар һатып алынған. Компьютер графикаһы ярҙамында йәш тимер юлсылар материалдарҙы яҡшыраҡ үҙләштерә ала, ти уҡытыусылар.

Әйткәндәй, 5-9 синыфта белем алыусы егет-ҡыҙҙар тимер юлында курстарҙы бушлай үтә ала, бының өсөн бары тик ғариза яҙыу талап ителә. Балаларҙы тимер юлы хеҙмәте менән яҡындан таныштырыу өсөн Өфө мәктәбе уҡыусыларына презентация үткәрелде. Тәүҙә хеҙмәткәрҙәр балаларға тимер юлының тарихы һәм бөгөнгө эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Һуңынан бай йөкмәткеле экспозициялар ҡуйылған музей менән таныштырҙы. Үҫмерҙәр вагондар тикшереүсе, контролер-ревизор, оҙатыусы, экскурсиялар ойоштороусы кеүек һөнәр эйәләре менән аралашты.

Авторы: Фәниә Юланова