Сираттағы ижади кисә Федоровка районы мәҙәниәт һарайында ойошторолдо. Билдәле рәссамдар Әнүәр Кашаев, Владимир Панченко, Мөнир Зөбәйеров, Алина Бакиева һәм Таһир Фәтҡуллин яҡташтары менән осрашып, сәнғәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге, картиналары менән таныштырҙы. Ижадсылар әйтеүенсә, тыуған төйәктәренән алыҫ йәшәһәләр ҙә, уларҙың илһам шишмәләре һәр ваҡыт тәпәй баҫҡан ергә ҡайтып ҡала. Был юлы ла яҡташтар осрашыуы илһамлы минуттар бүләк итте. Сәхнәлдә Федоровканың талантлы рәссамдарын райондың үҙешмәкәр коллективтары, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артистары Нәзифә Ҡадирова менән Ғәли Алтынбаев та ҡеүәтләне.




