Дәүләт власы, урындағы үҙ идара органдарына йәки вазифалы кешегә электрон документ формаһында килгән мөрәжәғәткә электрон формала яуап ебәреләсәк. Граждандар кәрәкле документтарҙы һәм материалдарҙы мөрәжәғәткә электрон формала ҡушып ебәрә ала, тип хәбәр итә БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай матбуғат-хеҙмәте.
– Яңы закон бюрократик ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу һәм дәүләт власы органдарының граждандарға максималь оператив рәүештә яуаптар ебәреү мөмкинлеген тыуҙырасаҡ, – тигән аңлатма бирә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.




