2018 йылда Өфөнөң йөҙ йортонда электр системаһын ремонтлау ҡаралған

2017 йылда 420 өйҙә капиталь ремонт башҡарылған. Был маҡсатҡа 1,317 млрд һум сарыф ителгән.

Фото №1 - 2018 йылда Өфөнөң йөҙ йортонда электр системаһын ремонтлау ҡаралған

Өфө хакимиәте хәбәр итеүенсә, йорттарҙың күбеһе 50 йыл элек төҙөлгән. Уларҙағы электр системаһы хәҙерге көсөргәнешле режимға тәғәйенләнмәгән. Капиталь ремонт ваҡытында ҙур иғтибар ошоға бүленәсәк. Былтыр 91 йорттоң электр системаһы алмаштырылды. Быйыл был һанды йөҙгә еткерергә ниәтләйҙәр.

Подъездарҙағы яҡтыртҡыс ҡорамалдары хәрәкәт датчигынан эшләйәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ