Өфөлә аварияла ғәйепле водителде эҙләйҙәр

29 мартта 38 йәшлек ир тапалған. Ул юлды тейешле урында сығып барғаны билдәле. Ғәйепләнеүсе ваҡиға урынынан ҡасҡан.

Фото №1 - Өфөлә аварияла ғәйепле водителде эҙләйҙәр

Күңелһеҙ хәл Столярова урамы 4/1 йорто янында була. Водитель Яркий микрорайонынан Дим шоссеһы яғына юл тотҡан. Тапалған ир дауаханала ята, уның һүҙҙәре буйынса, автомобиль аҡ төҫтә булған.

Авария шаһиттарын 2 347 02 02 йәки 2 347 84 80 телефон һандары буйынса шылтыратыу һорала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ