Башҡортостанда полиция хеҙмәткәренә ришүәт алырға тәҡдим иткән урман ҡырҡыусы хөкөмгә тарттырыла

Белорет ҡалаһы прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 23 йәшлек егет законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыуҙа һәм ришүәт биреп маташыуҙа ғәйепләнә.

Ғәйепләнеүсе үткән йылдың сентябрендә бер ҡарағай ҡырҡҡан. Шуның менән ул тәбиғәткә 34 000 һумлыҡ зыян килтергән. Ҡырҡылған ағасты ул һатып ебәргән. Енәйәте өсөн яуаплылыҡтан ҡасыр өсөн ул полиция хеҙмәткәрҙәренә 10 мең һум аҡса тәҡдим иткән.

Хоҡуҡ һаҡлау органы вәкиле ришүәтте алмай. Урман ҡырҡыусы үҙ ғәйебен таныны, штраф түләне.