25 йәшлек Белорет ҡалаһы егете аҡса урлауҙа ғәйепләнә, был турала Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
Полицияға мөрәжәғәт иткән ир, уның банк картаһынан 27 мең һум урланыуын хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары, хәл-ваҡиға көндө уларҙа ҡыҙы менән кейәүе булыуын асыҡлай. Кейәү егете полкала ятҡан картаны үҙе менән алып китә. Шул уҡ көндөң кисендә ул барлыҡ аҡсаны сисеп күршеһенән ВАЗ 21099 һатып ала, банк картаһын ҡыйлыҡҡа ташлай.
Егет үҙ ғәйебен таныны. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.




