Башҡортостан пилорамдарында ҡытайҙар эшләгән

Учалы районында законһыҙ рәүештә Рәсәй территорияһында эшләп йөрөгән Ҡытай граждандарын ҡулға алғандар.

Фото №1 - Башҡортостан пилорамдарында ҡытайҙар эшләгән

“Восток” ЯСЙ эшкә ике Ҡытай гражданын алған. Сит ил ҡунаҡтары Рәсәйгә туристик виза менән килә, уларҙың бында эшләргә рөхсәте булмаған.

Фирма етәксеһе урындағы миграция бүлегенә белдереү ебәрмәгән, шулай булғас ул мигранттарҙы йәшергән тип иҫәпләнә. Фирма етәксеһенә ҡарата административ эш асылған. Ул 120 000 һум штраф түләргә тейеш. Пилорама эше 70 тәүлеккә туҡтатылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ