Башҡортостанда төҙөлөш компанияһы үҙ хеҙмәткәрҙәренә 3,5 млн һум эш хаҡын түләмәгән

Нефтекама ҡалаһының “Профстрой” ойошмаһы эшселәре хеҙмәт хоҡуҡтарының боҙолоуы тураһында хәбәр итә.

Фото №1 - Башҡортостанда төҙөлөш компанияһы үҙ хеҙмәткәрҙәренә 3,5 млн һум эш хаҡын түләмәгән

2016 йылдың мартынан алып декабренә тиклем 13 кешегә эш хаҡы түләнмәгән. Фирма етәксеһенең хеҙмәт хаҡы түләрлек мөмкинлеге булған, әммә аҡсаны ул башҡа маҡсатта тотоноп торған.

Директорға ҡарата енәйәт эше асылған, тикшереү эштәре алып барыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ