Башҡортостанда грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк

6-8 апрелдә Октябрь ҡалаһы 21 йәшкә тиклемге көрәшселәрҙе ҡабул итә.

Фото №1 - Башҡортостанда грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк

Рәсәй беренселегенә төрлө төбәктәрҙән 400 атлет йыйыласаҡ. Башҡортостан намыҫын 25 спортсы яҡлай. Улар араһында Европа беренселеге еңеүсеһе Ислам Опиев, Европа беренселегендә бронза яулаусы Аслан Толов, Донъя Кубогының көмөш еңеүсеһе Азат Садыҡов.

Ярыш һөҙөмтәһендә Европа һәм Донъя ярыштарында сығыш яһаясаҡ команда формалаша.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ