Автобуста ҡулығыҙҙы кеҫәгеҙҙә тотоғоҙ

Полиция хеҙмәткәрҙәре кеҫә бурын тотҡан. Ҡараҡ «оҫталығын» йәмәғәт транспортында һанай.

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, кеҫә буры тулы автобуста киләһе туҡталышта сығырға йыйынған 19 йәшлек ҡыҙҙы күҙләп ҡуйған. Пассажир автобустан сығыр мәлдә генә ул ҡыҙҙың кеҫәһенән 11 меңлек телефонын урлай. Енәйәт ҡылғандан һуң үҙе лә автобустан төшөп ҡала, әммә алыҫ китеп өлгөрмәй полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына.

61 йәшлек ҡараҡ быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылғаны булған. Уға ҡарата енәйәт эше асылды. Телефон хужаһына ҡайтарылды.